Өфөнөң янғын һағы хеҙмәте йорттарҙа хәүефһеҙлек талаптары үтәлешен тикшерҙе

Фажиғәләрҙе иҫкәртеп. Өфөнөң янғын һағы хеҙмәте шәхси сектор һәм баҡсасылар ширҡәтенә профилактик рейд ойоштороп, йорттарҙа хәүефһеҙлек талаптары үтәлешен тикшерҙе. Сара сиктәрендә йылытыу ҡоролмалары, электр сымдарының төҙөклөгө ҡаралды.

Граждандарға инструктаж уҙғарылды. Күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, яңғыҙ йәшәгән өлкән йәштәге кешеләргә айырыуса иғтибар йүнәлтелде. Башҡортостан Хөкүмәте маҡсатлы программаһы сиктәрендә был категория граждандарға янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар бушлай таратыла.

Фото №1 - Өфөнөң янғын һағы хеҙмәте йорттарҙа хәүефһеҙлек талаптары үтәлешен тикшерҙе

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ