Өфө районының Миловка ауылында йәшәүселәрҙең йорт крандарынан бысраҡ һыу аға

Яңы төҙөлгән «Йәшлек» комплексында һыу мәсьәләһе көндән-көн ҡатмарлаша. Идара итеүсе компаниянан белдереүҙәренсә, проблеманы хәл итеү юлдары әлегә билдәләнмәгән.

Сөнки бөгөн торлаҡтағы һыу системаһы тулы ҡеүәтендә файҙаланылмай, фильтрҙар алыштырылмай. Һыу сифатын яҡшыртыу өсөн финанс сығымдар талап ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Миловка ауылында йәшәгән Лия Ковшова крандан аҙнаһына әллә нисә тапҡыр бысраҡ һыу аға тип зарлана. Йома, шәмбе һәм йәкшәбме көндәрендә ашарға бешереү йәки сәй ҡайнатыу өсөн һыуҙы һатып алырға тура килә. Белоречная урамында йәшәүселәрҙең барыһын да уртаҡ мәсьәлә борсой, торлаҡ комплекс яңы, заманса булыуға ҡарамаҫтан һыу проблемаһы бар.

Түбән сифатлы һыуҙан ғаиләнең кер йыуыу машинаһы боҙолған. Техниканы ремонтлаусы әйтеүенсә, насар һыу хатта тимер ҡатламын боҙған. Насар составлы һыуҙан ғаилә ағзаларының тән тиреһе кибеп, һәр саҡ крем һөртөү талап ителә. Һыу насар булһа ла торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн хаҡты тулыһынса түләргә тура килә.

«Йәштәр» торлаҡ комплексы 3 йыл элек төҙөлгән һәм күп ҡатлы йортта тәүге ваҡытта һыу менән ҡатмарлыҡтар булмаған. Ярты йылдан айына бер тапҡыр бысраҡ һыу ағып ыҙалатһа, әле был аҙна һайын ҡабатлана.

Белоречная урамындағы йорттарҙы һыу менән тәьмин итеүсе ойошма етәкселеге билдәләүенсә, Миловка ауылы буйынса дөйөм һыу ҡоҙоғо ҡаҙылған. Йорттарҙағы бөтә фатирҙар ҙа һыу менән файҙаланмаған осраҡта һыу системаһының дөйөм ҡеүәтен көйләү мөмкин түгел. Әле торлаҡтың байтаҡ фатирҙары буш тора. Талап ителгән фильтрҙарҙы көйләү өсөн аҡса бүленмәй, компания эшмәкәрлегенә банкротлыҡ хәүефе янай.

Зыян күреүселәрҙең йортона техник һыу ебәрелә, уның составында марганец, тимер кеүек матдәләрҙең күп булыуы асыҡланған. Бысраҡ һыу ҡулланып йонсоған граждандарҙың баш бәләһе ҡасан хәл ителәсәген яуаплы компания вәкилдәре әлегә әйтә алмай. Йорт ҡойоһоноң артабанғы яҙмышы суд процесы тамамланғас ҡына билдәле була.

Фото №1 - Өфө районының Миловка ауылында йәшәүселәрҙең йорт крандарынан бысраҡ һыу аға

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ