Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар тағы ла 660 кешегә артҡан

Бөгөн стационарҙарҙа 1 062 дауалана, уларҙың 661-е 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 49 пациенттың 16-һы үпкәне яһалма елләтеү аппараттарына тоташтырылған. Тағы ла 7 138 сирле амбулатор шарттарҙа дауаланыу курсы үтә. Тәүлек эсендә дауаханаларҙан 294 кеше һауығып сыҡҡан, яңы инфекциянан 36 үлем осрағы теркәлгән.

Төбәктә халыҡты коронавирусҡа ҡаршы вакциналау дауам итә. Бөгөнгә республикаға 1 910 449 доза вакцина килтерелгән. 1-се компонентты 1 437 118 кеше яһатып өлгөрһә, 1 263 912 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Тәүлек эсендә медицина учреждениеларына прививка яһатыу өсөн 5 271 кеше мөрәжәғәт иткән.

Фото №1 - Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар тағы ла 660 кешегә артҡан

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ