Төҙөк булмаған мейес йәки электр приборҙары ут сығыуҙың – төп сәбәпсеһе. Иҫерек килеш өйҙә тәмәке тартыу ҙа йыш ҡына янғынға килтерә. Уҙған төн Салауат районы Ҡалмаҡлар ауылында ағас йорт янған. Утты һүндергәндә 1949 йылғы ҡатын кәүҙәһе табылған. Янғын йортта тәмәке тартыу сәбәпле сығыуы ихтимал. Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һөйләй.







