Бөгөн Әлшәй районында сыҡҡан янғында 45 йәшлек ир һәләк булған

     Республикала ут ҡорбаны бар. Бөгөн Әлшәй районында сыҡҡан янғында ир кеше һәләк булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров:

     “Бөгөн Әлшәй районы Челноковка ауылынан яман хәбәр алдыҡ. Шәхси йортта сыҡҡан янғында 45 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән. Белгестәр фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.

       Йыл башынан республикала 9 мең янғын булды. Утта 205 кешенең ғүмере ҡыйылды. Беҙ халыҡты иғтибарлы һәм уяу булырға  саҡырабыҙ. Көндәр һалҡынайтыу менән янғындар бермә-бер арта. Шуға ла бындай бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү өсөн ябай ғына кәңәштәрҙе үтәү мөһим. Балаларға бер ҡасан да шырпы бирмәгеҙ. Электр приборҙарын ҡабыҙып ҡалдырмағыҙ, уларҙың төҙөклөгөн даими тикшереп тороғоҙ. Һуңғы осорҙа булған янғындарҙы анализлағанда, күптәрҙең өйҙә тәмәке тартыуы һәм тәмәке төпсөгөнән йортҡа ут ҡабыуы асыҡлана. Шуға ла теләгебеҙ – өйҙә тәмәке көйрәтмәгеҙ! Сабыйҙарҙы һәм өлкән йәштәгеләрҙе яңғыҙ ҡалдырмағыҙ. Өйөгөҙгә янғын иҫкәртеү приборы ҡуйығыҙ. Ул һеҙҙе лә, мал-мөлкәтегеҙҙе лә һаҡлар!”

       Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк. Бәйләнеш телефоны: 112.

Бөгөн Әлшәй районында сыҡҡан янғында 45 йәшлек ир һәләк булған
Фото №1 - Бөгөн Әлшәй районында сыҡҡан янғында 45 йәшлек ир һәләк булған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ