Бөгөн Республика башлығы Радий Хәбиров Lasselsberger компанияһы етәксеһе Йозеф Ласселсбергер менән осрашты. Унда Башҡортостанда компанияның инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу барышы ҡаралды. Өфө районында керамик материалдар етештереүҙе арттырыу планлаштырыла. Инвестиция проекты 7 миллиард 800 миллион һумға баһалана, тағы 270 эш урыны булдырыла. Өфөләге заводта етештереү ике тапҡырға артырға тейеш. Быйыл компания шулай уҡ Әбйәлил районында аҡ цемент етештереү заводын асты.




