Ковид-19 сиренән вафат булыусылар һаны көн дә 35-36 кеше кимәлендә ҡала

Меңләгән кеше дауаханаларҙа ята. Медицина учреждениеларының палата һәм коридорҙары әле лә пациенттар менән тулы. Стәрлетамаҡ ковид-госпиталендә хәүефле сир менән көрәшеүҙәре һәм кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыуҙары тураһында киләһе яҙмала.

Ошо айҙар эсендә улар сирлеләрҙең балалары, ҡатындары, ирҙәре, ейән-ейәнсәрҙәре тауышына әйләнгән. Фронтҡа килгән хаттар кеүек, был бәләкәй ҡағыҙ биттәре берҙән-бер бәйләнеш ысулы. Яҡындарынан килгән хәбәрҙе һушһыҙ пациенттарға ла уҡыйҙар. Уларға был айырыуса кәрәк.

Әле 42 кеше реанимацияла. Ҡыҙғанысҡа, күп осраҡта пациенттар ябай палатаға күсеп өлгөрмәй. Даими рәүештә ауырыуҙарҙы юғалтыуға табиптар әле лә күнегә алмай. Үлемдән ҡотҡарылған пациенттар хәҙер аҡ халатлыларҙы күңел төшөнкөлөгөнән ҡотҡара. Любовь Степанованың ғүмере өсөн бер ай көрәшәләр. Әле медиктар ҡатынды сығарырға әҙерләнә, ләкин дауаланыу өйҙә лә дауам итәсәк.

Тәүлек эсендә дауаханаға 50-60 кеше эләгә. Сараһыҙҙан карауаттар коридорҙа ике рәт итеп урынлаштырыла. Табиптар өсөн дә госпиталь ваҡытлыса өйгә әйләнгән. Медиктарҙың күбеһе ғаиләләренән алыҫта, дауахана янындағы ятаҡханала йәшәй. Уларҙың береһе Свердловск өлкәһенән килгән Георгий Шәкүров. Хирург «ҡыҙыл зона» шарттарында ҡатмарлы операциялар яһай. 

Йыһазландырыу буйынса республикала иң яҡшыһы тип иҫәпләнгән лаборатория сирлеләрҙе дауалауҙа байтаҡ ярҙам күрһәтә. Әле бында ПЦР, антиесемдәр анализы кеүек тикшеренеүҙәр үткәрелә. 

Лаборатор тикшереүҙәр ярҙамында табиптар дауаланыу курсына төҙәтмәләр индерә ала. Биологтар организмдың антибиотикка һиҙгерлеген, инфекцияны ҡуҙғатыусы сәбәптәрҙе билдәләй. Ауырыуҙар һаны күбәйеү арҡаһында лаборанттарҙың эш көнө төнгә ҡарай ғына тамамлана.

Тәүҙә өйҙә дауаланырға тырышып, сирлеләр башлыса насар хәлдә килә, ти табиптар.

Стәрлетамаҡ ковид-госпиталендә 360 кеше дауалана. Пациенттарҙың күбеһе уртаса, йәки ауыр хәлдә эләгә. Дауаханала ятҡандарҙың күбеһе “ҡыҙыл зона”ның теге яғында булыусыларға мөрәжәғәт итергә теләй. 

Фото №1 - Ковид-19 сиренән вафат булыусылар һаны көн дә 35-36 кеше кимәлендә ҡала

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ