Быйыл журналистика өлкәһендә мәртәбәле награда «Бәрәкәт» журналы учредителе Даян Мәжитов, «Тамыр» телеканалы мөхәррире Татьяна Никитина, «Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Кәримә Усмановаға тапшырылды.
Быйыл конкурсҡа 16 автор һәм 2 ижади коллективтан ғариза ҡабул ителгән. Журналистар баһалама ағзаларына репортаж, документаль һәм публицистик статьялар, телетапшырыуҙар һәм китаптарын тәҡдим иткән. Даян Мәжитовҡа премия телде, ғаилә институтын һаҡлау, әхлаҡи тәрбиәгә арналған материалдары өсөн бирелде. Журналист әйтеүенсә, гәзит һәм журналдарҙың тәрбиәүи көсө уның яҙмышында ла хәл иткес эҙ ҡалдырған.
Кәримә Усманова иһә журналист һөнәре өсөн бер ниндәй ҙә алыҫлыҡ булмауын тағы бер иҫбатланы. Район хәбәрселәре лә тотош республика өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрә, резонанслы материалдар әҙерләй ала.
Быйыл конкурстың баһалама ағзалары ла яңы составта. Хөкүмәт Премьер-Министры урынбаҫары Азат Баҙранов етәкләгән комиссияға тәжрибәле эксперттар, йәмәғәт һәм ижади берекмәләр ағзалары ингән. Премияға дәғүә итеүсе авторҙарҙың эше етди анализ үтте, тине Азат Баҙранов.
Айнур Кәбиров




