Билдәһеҙ кешеләр Тупаҡ ауылы халҡының ете һыйырын атып, боттарын ғына ҡырҡып алып киткән. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, күрелгән зыян күләме ярты миллион һум баһалана.
Билдәле булыуынса, көҙ етеү менән республиканың Урал аръяғы төбәктәрендә мал-тыуар юғалыу осраҡтары ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Айырыуса йылҡыларҙы өйөрө менән ҡыуып алып китәләр. Әммә Әбйәлилдәге һуңғы осраҡ бер ҡалыпҡа ла һыймай. Сөнки билдәһеҙ кешеләр Тупаҡ ауылы халҡының һыйырҙарына һунар иткәндәр. Урындағы кешеләр әйтеүенсә, яраланған бер һыйыр ғына өйөнә ҡайтҡан. Әммә хәлһеҙләнгән малды салыуҙан башҡа сара ҡалмаған.
Кеше малына ҡул һуҙыусылар ҡалған ете һыйырҙың боттарын ғына ҡырҡып алып киткән. Ә инде ҡырҙа ятҡан ҡалдыҡтарҙы эттәр һәм ҡоштар тәләфләй башлаған. Осраҡ буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү ойошторған.
Илдар Байбулатов




