Төбәктәрҙә Башҡортостан башлығының ковид-19 инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы указы буйынса яңы сикләүҙәр үтәлеше тикшерелә. Уға ярашлы, косметология, массаж, матурлыҡ салондары, солярий, сауна-мунса һәм физкультура-һауҡтырыу комплекстарына коронавирусҡа ҡаршы прививка ҡаҙатыусылар, йә һуңғы ярты йылда сирҙе үткәреүселәр генә инә ала.
Иглин районында комиссия ағзалары район үҙәгенең спорт объекттары эшмәкәрлеген тикшерҙе. «Дельфин» бассейнында хәүефһеҙлек саралары теүәл үтәлә. Ишек алдында ҡулдар антисептик менән эшкәртелә, администратор QR-код, йәки белешмә һорай. Документтың номеры махсус журналға яҙып алына. 18 йәшкә тиклемгеләр өсөн бассейнға инергә рөхсәт итеүсе белешмә күрһәтеү етә.
Стәрлетамаҡта коронавирусҡа ҡаршы талаптарҙы үтәмәгән өсөн «Вокзальный» сауҙа үҙәге өс тәүлеккә ябылған. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәте асыҡлауынса, бинала температура үлсәү, битлек һәм белешмәләрҙе тикшереү ойошторолмаған була.
Эш материалдары Стәрлетамаҡ ҡала судына ебәрелгән. Быға тиклем тармаҡ хеҙмәткәрҙәре Ишембайҙағы сауҙа үҙәгенең дә эшмәкәрлеген туҡтатҡайны. Белгестәр иҫкәртеүенсә, привика яһатыу буйынса ялған белешмәне ҡулланып маташҡандарға енәйәт эше янай.
Әлфинә Килдейәрова




