2023 йыл аҙағына тиклем республикала алданған өлөшсөләр проблемаһы тулыһынса хәл ителәсәк

Әлегә берҙәм реестрҙа йөҙҙән ашыу торлаҡ иҫәпләнә, ете меңгә яҡын кешенең хоҡуҡтарын тергеҙергә кәрәк. Был турала бөгөн Башҡортостан торлаҡ һәм төҙөлөш министрлығы етәкселеге журналистар менән осрашыуында билдәләне. Брифинг барышында Өфөлә тотҡарлыҡтар менән барған торлаҡ төҙөлөшөнөң төп сәбәптәре лә билдәләнде. БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

«Лимонарий-2» торлаҡ комплексында 25 ҡатлы йорт теүәл ике йыл элек файҙаланыуға тапшырылырға тейеш булған. Әммә ике йөҙҙән ашыу өлөшсө һаман да ҡулдарына фатир асҡыстарын алмаған. Дарина менән Руслан Хөснөтдиновтар ғаиләһе лә йәшәү шарттарын яҡшыртам тип, объектта ипотекаға квадрат метрҙар алған. Тик өй туйлау бөгөнгәсә хыялда ҡалып килә.

Күп ғаиләләр туғандарында, йә ҡуртымға фатир алып йәшәргә мәжбүр. Беҙҙең осраҡта, икенсе йыл ғаиләм менән баҡсасылар ширҡәтендә торабыҙ. Бик уңайһыҙ, сөнки дача башлыса йәйгеһен генә йәшәүгә яраҡлы. Торлаҡ проблемаһы тиҙерәк хәл ителһен ине. Яңы өс бүлмәле фатирға күсенеп, бәләкәй балабыҙ менән яңы тормош башларға теләйбеҙ.

Руслан Хөснөтдинов, өлөшсө

Өлөшсөләр билдәләүенсә, төҙөлөш компанияһы «иртәгә»ләр менән генә һөйөндөрә. Торлаҡтың файҙаланыуға тапшырылыу ваҡыты күсерелеп килә. Һуңғы осрашыуҙа «декабрь аҙағына тиклем» сафҡа индерелә тип вәғәҙәләнгән.

Торлаҡ проблемалы объекттар иҫәбендә түгел. Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уны файҙаланыуға тапшырыуҙа тотҡарлыҡтар, тәү сиратта, төҙөлөш материалдарының ваҡытында килмәүенә бәйле. Шул уҡ ваҡытта СУ-10 компанияһының төп көстәре социаль объекттар төҙөлөшөнә йүнәлтелгән булған.

 Бөгөн «Лимонарий» торлаҡ комплексында төҙөлөш-монтажлау эштәре тамамланған. «Өфө һыу каналы» предприятиеһы көсө менән һыу торбаларын йыуыу ойошторолған. Ҡоҙоҡтар буйынса етешһеҙлектәр бөтөрөлә. Күҙәтеүсе органдар объект буйынса ыңғай һөҙөмтә яһағандан һуң, ноябрҙә муниципалитет уны файҙаланыуға тапшырырға рөхсәт итер тип планлаштырылған. Йыл аҙағына тиклем граждандар фатир документтарын рәсмилләштерә башлай.

Артем Ковшов, Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары

Алдағы ике йылда республикала алданған өлөшсөләр мәсьәләһе лә тулыһынса хәл ителәсәк. Бөгөн Берҙәм реестрҙа 116 проблемалы объект булыуы билдәле. Өфөлә генә дөйөм майҙаны 270 мең квадрат метр булған 33 йорт төҙөлөшө тотҡарланған. Киҫкен мәсьәләне хәл итеү өсөн 2019 йылда өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса фонд булдырылғайны. Ошо ваҡыт эсендә республика ярҙамы менән 26 торлаҡ төҙөлөшө тамамланып, өс меңгә яҡын кеше өй туйлаған.

Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда проблемалы объекттар һаны алтмышҡа тиклем кәмер тип көтөлә. Торлаҡ төҙөлөшөн тамамлауҙан тыш, бер төркөм өлөшсөләргә аҡсалата компенсациялар яһау ҙа ҡарала.

Граждандарҙың хоҡуҡтарын тергеҙеүҙә  федераль фонд ярҙам итә, шулай уҡ республика һәм төҙөлөш компаниялары көсө менән дә киҫкен мәсьәләне хәл итеү юлдары билдәләнгән. Әйтәйек, «Миловка паркы»нда егерме йортта төҙөлөштө тергеҙеүгә өс миллиард һумға яҡын аҡса бүленгәйне. 2023 йыл аҙағына тиклем ил кимәлендә билдәлелек алған майҙанда ла алданған өлөшсөләр ҡалмаясаҡ.

Фото №1 - 2023 йыл аҙағына тиклем республикала алданған өлөшсөләр проблемаһы тулыһынса хәл ителәсәк
Башбат

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ