Премьер-министр Михаил Мишустан бөтә илдә 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ял итеү тураһында тәҡдимде хупланы. Был башланғыс менән вице-премьер Татьяна Голикова сыҡты. Михаил Мишустин әйтеүенсә, халыҡ сәләмәтлеге мөһимерәк, шуға ауыр булһа ла бындай ҡарарҙар ҡабул итергә тура килә. 9 көнлөк ял тураһында тәҡдим буйынса бөгөн ил президенты ҡарар ҡабул итә.







