“Атайсал” проекты сиктәрендә Башҡортостан парламенты депутаты Вадим Соколов белем усағына һанлы лаборатория һәм микроскоп бүләк иткән. “180 мең һумға ҡорамалдар алынды. Балалар өсөн яңы мөмкинлектәр булдырылды”, ти биология уҡытыусыһы Гүзәл Мостафина.
“Заманса ҡорамалдарҙа шөғөлләнеү уңайлы. Асыштарыбыҙ булырына ышанам”, ти 9 класс уҡыусыһы Анна Потапова.
Республика парламенты депутаты Вадим Соколов ноябрҙә Саҡмағош ауылындағы мәсеткә манара ҡуйыуҙа ярҙам күрһәтә. Социалистик Хеҙмәт Геройы Ринат Йосоповҡа бюст асыу ҙа ҡаралған. Саҡмағош районында 50-гә яҡын хәйриә программаһы тормошҡа ашырыла. Уларҙың дөйөм суммаһы 40 миллион һум самаһы. 31 проект тулыһынса тамамланған.







