Был турала республика хөкүмәте вице-премьеры–Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Коронавирус таралыуын иҫкәртеү өсөн 2 миллион 500 мең самаһы кеше вакцина эшләтергә тейеш.
Коронавирустан вакцина беренсе прививканы алғандан һуң 6 ай үткәс яңынан яһала. Республикала 200-ҙән ашыу урында вакцина эшләтергә мөмкин. Пункттарҙың адресы һәм эш ваҡыты менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтында танышырға була.




