Был турала Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Артем Ковшов белдерҙе. Уның әйтеүенсә, әле берҙәм исемлектә 116 проблемалы йорт бар. Уларҙың 64-ен Алданған өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фонды аҡсаһына төҙөп бөтөү көтөлә. Тағы 18 йорт Республика ярҙамы менән файҙаланыуға тапшырыла. Башҡа йорттар өсөн аҡса индереүселәргә компенсация түләнә.







