Йәмәғәтселек вәкилдәре изгелек юлына баҫа

Ирекмәндәр ярҙамға ашыға. 60 йәштән ололар өсөн изоляция тәртибе ғәмәлгә инеүгә бәйле йәмәғәтселек вәкилдәре изгелек юлына баҫа. Өфө ирекмәндәр берлеге ағзалары  өйҙән сыға алмаған оло быуын вәкилдәре һәм мөмкинлектәре сикләнгән замандаштарыбыҙға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар илтә, квитанцияларын түләшә. Ирекмәндәр эшмәкәрлеген БЮТ каналы хәбәрселәре лә күҙәтте.

Дамира Рамаҙанова 9-сы тиҫтәһен ваҡлай. Ханым 7 операция үткәргән. Әле уға хатта урамға саф һауа һуларға сығыу ҙа ауырға тура килә.

Көндәлек мәшәҡәттәр өҫтәлә генә, бигерәк тә ҡулланылған хеҙмәттәр өсөн квитанцияларҙы онлайн түләү мөмкинлеге булмағанда.

Дамира Рамаҙановаға телекоммуникация хеҙмәттәре өсөн иҫәпләшергә ирекмәндәр ярҙам итте. Аҡсаһын түләгәндән һуң улар квитанцияһын оло йәштәге ханымға ҡайтарып бирҙе. 

Ирекмәндәр изгелек ҡылырға ашыға. Көнөнә улар 5-6 адрес буйлап үтә. Саҡырыуҙарҙың күбеһе яңғыҙ көн иткән оло йәштәгеләрҙән.Йәмәғәтселек вәкилдәре илткән дарыу, аҙыҡ-түлек тупланмаһы хөрмәт һәм ихтирам билдәһе генә түгел, ә етди ярҙам сараһы. Күп осраҡта улар хатта кеше ғүмерен ҡотҡарып ҡала. Өфө ирекмәндәр берлеге етәкселеге белдереүенсә, һуңғы ваҡытта мөрәжәғәттәр йәнә арта башлаған.

Ирекмәндәр штабы эш сәғәттәрендә асыҡ. Изгелек ҡылырға ынтылған йәштәргә әле экранда күренгән телефон һандары буйынса шылтыратырға мөмкин. Бер генә талап, мөрәжәғәт итеүселәр ысынлап та ярҙамға мохтаж булырға тейеш.

Фото №1 - Йәмәғәтселек вәкилдәре изгелек юлына баҫа

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ