Егерме минут эсендә өс йөҙ мең һум

Өфөлә йәшәүсе блогерҙың социаль селтәрҙәге аккаунтына мутлашыусылар ингән. Хужабикә массаж эшләткән арала ғына интернет бурҙар яҙылыусыларҙы туплап уларҙан йөҙәр меңләп аҡса йыйған.

Виртуаль киңлектә абруй яулап өлгөргән блогерҙың сәхифәһе булғас яҙылыусылар мутлашыусылар эш иткәнен уйлап та бирмәгән. Еңел табыш алам тип ҡайһы берҙәре хатта 70 меңгә тиклем аҡса күсергән. Һөҙөмтәлә аҡсалар ҙа юҡ, блогерҙың абруйы ла ҡаҡшаған һәм инстабизнесы ла зыян күрә. Интернет тормошоноң хәүефле мәлдәре тураһында Айнур Кәбиров репортажы.

Эльвираның инстаграмында 134 мең яҙылыусы. Социаль селтәр уның өсөн аралашыу сараһы ғына түгел, ә аҡса эшләү сығанағы ла. Йөҙәр мең һумлап табыш килтергән бизнес яҙылыусыларға психолог кәңәштәре биреүгә ҡоролған. Эльвира һөнәре буйынса ла профессиональ психолог. Әммә был юлы мутлашыусылар унан да көслөрәк психолог булып сыға.

Мутлашыусыларҙың психологик әҙерлеге бик юғары. Алданған кешеләр үҙҙәрен томан эсендә кеүек хис иттек тиҙәр. Улар минең сәхифәмде ныҡлап өйрәнгәндәр. Йома кис, кешенең эштән ҡайтып тынысланған ваҡытын иҫәпкә алған. Аҙна аҙағында инстаграмдың администьраторҙары ла булмай.

Эльвира Смирнова, блогер

Эльвира аҡсаға бәйле уйындар уҙғарғаны юҡ. Килемде ул дәрестәр һатып ала. Уйындар уҙғарһа ла сертификаттар ғына оттора. Ләкин яҙылыусыларҙы был үҙенсәлек һиҫкәндермәй ҙә. Еңел аҡсаға иҫтәре киткән халыҡ мутлашыусылар тоҙағына эләгә.

Улар минең элекке тура эфирҙарҙы йыйып видео әҙерләгән.Тәү ҡарашҡа ысынлап та мин алып барған төҫлө тойола. Минең абруйҙы файҙаланғандар. Эльвира алдамай бит инде. Кемдер 3,5, ҡайһы берҙәр хатта 70 мең күсергән.

Эльвира Смирнова, блогер

Ә Эльвираның яманатына тап төшә. Һөҙөмтәлә психолог курстарын һатып алыусылар ҙа әҙәйгән. Бәғзеләр хатта уның үҙен дә мутлашыуҙа ғәйепләй. Ләкин был осраҡта блогер үҙен ғәйепле тип тоймай. Шул уҡ ваҡытта яҙылыусыларын да ташларға уйламай. Зыян күреүселәрҙе барлап полицияға мөрәжәғәт итмәксе.

Мин хәҙер бар аҡса күсереүселәрҙе барлап полицияға мөрәжәғәт итәсәкмен. Сығымдарҙы ҡайтара аламмы юҡмы, әммә был турала башҡалар ҙа белергә тейеш. Әле яҙылыусыларымдың 300 мең тирәһе аҡса күсереүе билдәле.

Эльвира Смирнова, блогер
Выборы 2026

Эльвира аккаунттар асҡыстарын ватыу менән профессиональ командалар шөғөлләнә тип иҫәпләй. Сөнки уның йөҙөнән аҡса йыйнаусылар блогер тураһында бик күпте белгән. Аэрофлот компанияһының түләү системаһын бер нисә минутта эшлектән сығарған , сит илдә "рус хакеры" тип йөрөтөлгән Дмитрий Артимович әйтеүенсә ябай социаль селтәргә инеү бер ни түгел.

Ниндәйҙер команда эш итеүе икеле. Ниндәйҙер берәй егет йәки ҡыҙ. Берәй төпкөлдә ултырып алғандыр ҙа аҡса эшләргә булған. Ул хатта хакер ҙа түгел. Хәҙер сәхифәләргә инеү өсөн төрлө программалар ҙа интернетта туп тулы. Социаль селтәрҙе ватыу бер ни тормай.

Дмитрий Артимович, программист, иҫәпләшеү системалары өлкәһе белгесе

Программист әйтеүенсә, ялған сайттарға ышаныу һәм иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында вирус эләктереп кенә мутлашыусылар тоҙағына эләгеү мөмкин. Тимәк, социаль селтәреңә халыҡ туплап килем алаһың икән, аккаунт хәүефһеҙлеге, үҙ сиратында яҙылыусылар алдында ла яуалылыҡ бар.

Эльвира ла кешелеклек һаҡлап яҙылыусыларына бушлай курстар бүләк итергә уйлай. Ләкин был юлы дәрестәр нисек аҡса эшләүгә түгел, ә уларҙы һаҡлап ҡалыуға ҡоролор, күрәһең.

Фото №1 - Егерме минут эсендә өс йөҙ мең һум

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ