Ҡариҙел районы Ҡараяр ауылындағы яңы социаль объект яҡындағы алты ауыл халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Тантаналы сарала республика етәкселеге лә ҡатнашты. Радий Хәбиров үҙ сығышында мәҙәниәт усағы төҙөлөшөн финанслауҙа ҡатнашҡан «Башнефть» компанияһына оло рәхмәтен белдерҙе. Был тотош район өсөн көтөп алынған ваҡиға, тип билдәләне.
800 квадрат метр майҙанда тамаша залынан тыш, хореография бүлмәһе, китапхана, күргәҙмә залы ойошторолған. Яңы сәхнәлә концерттар тағы ла сағыуыраҡ булыр тип көтөлә. Әлегә яҡтылыҡ-тауыш аппаратураһы тәүге һынауҙар үтә. Ҡараярҙа йыр-моңға ғашиҡ халыҡ йәшәүе лә билдәле.
Әйтәйек, «Умырзая» халыҡ фольклор ансамбле республика кимәлендә танылыу алған, үҫеп килгән быуынды сәнғәткә ылыҡтырыу йүнәлешендә әүҙем эшләй. Бинала драма, вокал, бейеү түңәрәктәре өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырылған.




