«Атайсал» проекты халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшырта

Радий Хәбиров башланғысы менән ғәмәлгә ашырылған программа билдәле кешәләрҙең бәләкәй Ватанына төрлө яҡлап ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Тыуған төйәгенә битараф булмаусылар Саҡмағош районында ғына 40 миллион һумлыҡ эштәр башҡарған. Проекттарҙың күбеһе «Базы» хужалығы етәксеһе Вадим Соколовтың хеҙмәт емеше. Ул данлыҡлы яҡташтарының исемен мәңгеләштереүгә, белем усаҡтарының матди-техник базаһын яңыртыуға һәм ауылдарҙы төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бүлә.

Әйтәйек, Вадим Васильевич тырышлығы менән район үҙәгедәге 1-се мәктәпкә мебель, Ҡалмашбаш ашханаһына һауыт-һаба, Йомаш мәктәбенә һанлы лаборатория һәм микроскоп һатып алынған. Бының өсөн ярты миллион һум самаһы аҡса бүлгән.

Хужалыҡ етәксеһе юлдарҙы ремонлауға ла финанстар йәлләмәй. Иҫке Боҫкаҡ һәм Рапат ауылы урамдарын төҙөкләндереү һәм күпер төҙөү өсөн генә 25 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Әлеге ваҡытта Вадиим Соколов ярҙамы менән Саҡмағошта мәсет манараһын һәм Социалистик хеҙмәт геройы Ринат Юсуповҡа бюст урынлаштыру эштәре аҙағына яҡынлаша.

Фото №1 - «Атайсал» проекты халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшырта

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ