Башҡортостандың халыҡ шағиры тыуыуына 102 йыл тулыу уңайынан мәғариф учреждениеларында әҙәби уҡыуҙар, хәтер кисәләре үтте. Әҙиптең тыуған көнөндә Мостай Кәрим исемендәге фондтың быйылғы грант алыусылары билдәләнде. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Башҡорт дәүләт университетында Мостай Кәрим исемендәге ижади оҫтаханаһының буш торған көнө юҡ. Әҙиптең тыуған көнөндә унда әҙәби уҡыуҙар ойошторолдо. Сарала ҡатнашыусылар халыҡ шағирының бай йөкмәткеле әҙәби мираҫы тураһында фекер алышты.
Йыл һайын уҡыу йортонда факультет, университет тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, фән донъяһына үҙ өлөшөн индергән студенттар һәм аспиранттар билдәләнә килә. Мостай Кәрим исемендәге фонд грантына быйыл өс кеше лайыҡ булды.
Тантаналы сара артабан Мостай Кәрим һәйкәле алдында йәш ҡәләм тирбәтеүселәрҙең флешмобы менән дауам итте. Йәштәр үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарҙы яттан һөйләп башҡорт әҙәбиәтен үлемһеҙ әҫәрҙәре менән балҡытҡан шағир рухын ҙурланы.
Мостай Кәримдең тәрән фәлсәфәүи мәғәнәле ижады бөгөн дә үҙ уҡыусыларын таба. Уның әҫәрҙәре буйынса сәхнә әҫәрҙәре ҡуйыла, кинофильмдар төшөрөлә. Шағирҙың ижади алымдары йәш ғалимдарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Бөгөн Мостай Кәрим исемендәге грантҡа тап ошондай алдынғы йәштәр лайыҡ булды.
Азат Ғәлиуллин




