Быға тиклем парламентта спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләгән ҡанун проектын бөтөрөргә тәҡдим ителгәйне. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, халыҡтан бындай башланғыс менән риза булмаған мөрәжәғәттәр күп килгән. Шуға закон проектын ҡарауҙы кисектереп торорға хәл ителгән. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы 3 ғинуарҙан 6-һына тиклем спиртлы эсемлектәр һатыуҙы сикләгән законды ғәмәлдән сығарырға тәҡдим иткәйне. Башҡортостан парламентының пленар ултырышы бөгөн үтте.







