Шифаханаға QR-код менән. Ҡабул ителгән үҙгәрештәргә ярашлы, тиҙҙән Башҡортостан курорттарына барыу өсөн коронавирустан вакцина тураһында сертификат кәрәк була. Асҡын районындағы "Танып" шифаханаһы сикләүҙәрҙең яңы этабына әҙер. Коллективта эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла прививка яһатҡан. “Танып” шифаханаһы етәксеһе урынбаҫары Илшат Шәймиев белдереүенсә, ял итергә килгәндәрҙең яртыһы Рәсәй төбәктәренән.
Шифаханалар вакцина тураһындағы сертификат менән 1 декабрҙән ҡабул итә башлай.




