Шишмә районында балаларҙың шуҡлығы арҡаһында бер ғаилә йорт-ҡураһыҙ ҡалған

Уйындан - уймаҡ. Шишмә районында балаларҙың шуҡлығы арҡаһында бер ғаилә йорт-ҡураһыҙ ҡалған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров:

-        Шишмә районы Ҡаран-Йылға ауылында шәхси йортта янғын сығыуы тураһындағы хәбәр 112 системаһына ҡабул ителә. Ут сыҡҡанда хужалар һәм уларҙың бер балаһы өйҙә була. Улар янғын иҫкәртеү приборының тауышын ишетеп ҡала һәм урамға сыға. Билдәле булыуынса, балалар һаламға ут төрткән, ялҡын тиҙ арала йорттарҙы ялмап алған. Был осраҡта кешеләр зыян күрмәгән. Ә бына йорт янып бөткән. Шулай итеп, балаларҙың уйыны арҡаһында ғаилә йортһоҙ ҡалды. Янғындарҙы анализлағанда, балаларҙың шуҡлығы арҡаһында йыш ҡына фажиғәләр булыуын билдәләргә мөмкин. Сабыйҙарҙы яңғыҙ ҡалдырыу, ғәҙәттә, бәлә-ҡаза менән тамамлана. Шуға ла уларҙы бер үҙҙәрен ҡалдырмағыҙ, уларға шырпы бирмәгеҙ! Өйөгөҙгә мотлаҡ мини сирена ҡуйығыҙ. Балаларға янғын хәүефе булыуын аңлатыу мөһим. Быйыл республикала янғындарҙа 13 бала һәләк булды. Был һандар кешеләрҙе уйландырһын ине. Беҙҙең именлек – беҙҙең ҡулда, шуға ла һаҡ һәм иғтибарлы булығыҙ, балаларҙы ла уяулыҡҡа өйрәтегеҙ.

Шишмә районында балаларҙың шуҡлығы арҡаһында бер ғаилә йорт-ҡураһыҙ ҡалған
Фото №1 - Шишмә районында балаларҙың шуҡлығы арҡаһында бер ғаилә йорт-ҡураһыҙ ҡалған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ