Республикала Шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәге өсөн диспетчерҙар уҡытылды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, тиҙҙән 70-кә яҡын белгес ҡотҡарыу хеҙмәтендә эш башлай.
Фәрит Ғүмәров:
- Диспетчерҙарға Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының уҡытыу-методик үҙәгендә белем бирҙек. Улар махсус программа буйынса белем алды. 112 системаһы диспетчерына кандидаттар ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә опратив ҡарар ҡабул итергә өйтәрелде. Уларға мөһим бурыстарҙы аңлаттыҡ. Белгестәрҙең ваҡиға тураһында ҡабул ителгән мәғлүмәтте анализлай белеү мөһим. Шылтыратҡан кешегә психологик ярҙам да күрһәтергә кәрәк. Артабан мәғлүмәт дежур-диспетчер хеҙмәтенә тапшырыла. Хеҙмәткәр ситуацияны анализлай белергә һәм эшенең һөҙөмтәһе өсөн яуаплы булырға тейеш. Барлығы 66 диспетчер уҡытылды.
Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк. Уның номерын хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ. 112 һандары буйынса сим-картаһы булмаған телефондан да бәйләншкә сығырға мөмкин. Бөтә шылтыратыуҙар бушлай. Был номерҙы балаларығыҙға ла өйрәтегеҙ.
Башҡортостанда 112 системаһы 2018 йылдың декабрендә даими ҡулланылыуға тапшырылды.







