Был турала бөгөн журналистар менән осрашыуҙа архитектор Рөстәм Әлибаев белдерҙе. Төҙөкләндереү барышында уның архитектура рәүеше үҙгәрмәй. Уны икенсе урынға күсереү мәсьәләһе тормай.
Һәйкәлдең нигеҙе, скульптура янындағы ҡалҡыулыҡ, кәртәләр һәм күҙәтеү майҙансығын төҙөкләндереү планлаштырыла. Монумент өлөшләтә һүтелә. “Бади-с” архитектура-реставрация бюроһы етәксеһе Нәйлә Майорова.
Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндереү киләһе йылда башланырға тейеш.







