Республикала коронавирус йоҡтороусылар һәм сирҙән вафат булыусылар һаны кәмемәй

Һаулыҡ һаҡлау министрлығанан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә 670 кешелә сир раҫланған, 36 кешенең ғүмере өҙөлгән. Стационарҙа ятҡан 1 меңгә яҡын пациенттың 58-е ауыр хәлдә. Табиптар әйтеүенсә, 14 кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Бер тәүлек эсендә республикала 31 мең 797 кеше вакцина яһатҡан. 1 миллион 504 мең самаһы кеше прививканың беренсе компонентын эшләткән. 1 миллион 281 меңе иммунизацияны тулыһынса тамамлаған. Коллектив иммунитет булһын өсөн республикала 2 миллион ярым кеше прививка эшләтергә тейеш.

Фото №1 - Республикала коронавирус йоҡтороусылар һәм сирҙән вафат булыусылар һаны кәмемәй
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ