Тәфтиш комитеты 39 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше асҡан. Табип быйыл июль айына матурлыҡ салоны хеҙмәткәрҙәренең вакцина алыуы тураһында документтар әҙерләгән, мәғлүмәттәрҙе берҙәм электрон системаға индергән. Бының өсөн 33 мең һум аҡса алған. Был хәлде тикшереү дауам итә, тәфтиш барышында ғәйепләнеүсегә ҡаланан сығыу тыйылған.




