Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу дауам итә. Граждандар анкеталағы 33 һорауға яуап бирергә тейеш. Унда йәште, милләтте һәм белемеңде күрһәтергә, республикала ниндәй социаль программаларҙы тормошҡа ашырыу мөһимлеген дә билдәләргә мөмкин. Һорау алыу, яуаптарҙы яҙыу өсөн уртаса 15 минут ваҡыт талап ителә. Башҡортостан Статистика хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Ғатауллин аңлатмаһы.
Халыҡ иҫәбен алыу 15 ноябргә тиклем дауам итә. Яҡынса һөҙөмтәләр киләһе йылдың апрелендә билдәле була.







