Бик күп ғаиләләргә ҡағылған был ҡораллы бәрелештә илебеҙ 15 меңгә яҡын һалдат һәм офицерын юғалтты. Йола буйынса был көндә һәләк булыусыларҙы хәтергә алыу менән бер рәттән, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыусыларға тәрән ихтирам күрһәтелә. Шуға ла бөгөн республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә хәтер саралары үтте.
Запастағы полковник Юнир Фәхретдиновтың бөгөн бер минутҡа ла телефоны тынмай. Шылтыратыуҙар илебеҙҙең төрлө ҡалаларынан, шулай уҡ элекке союздаш республикаларҙан да килә. Үҙ теләге менән Афғанстанға киткән Иршат Юнир улы 5-се мотоуҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә. Взвод командиры булған саҡта ул афған мөжәһиттәренә ҡаршы аяуһыҙ көрәшә. Шул уҡ ваҡытта йәш кенә лейтенанттың иңендә оло яуаплылыҡ ята.
Афған һуғышы - ил тарихында, меңләгән әсә, һалдат йөрәгендә мәңге уңалмаҫ яра булып һаҡлана. Ҡанлы бәрелешкә республиканан 10 меңгә яҡын һалдат алына, уларҙың 343-ө тыуған еренә кире әйләнеп ҡайтмай. Афған һуғышы ҡорбандарының хәтерен мәңгәләштергән һәйкәлдәр бөгөн ҡәнәфер сәскәләренә күмелде. Бында улар һәләк булған яуҙаштарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды, һуғыш йылдарындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Теүәл 29 йыл элек Совет халҡы оло шатлыҡ хистәре кисерә. Шул уҡ ваҡытта был көн ҡайғылы ла һанала. Афған һуғышынан һуң да һалдаттарҙың кәүҙәләре цинк табуттарҙа ҡайтыуын дауам итә. Өфөлә йәшәүсе Нурия Ғималтдинова ла беренсе Чечен һуғышында ғәзиз улын юғалтҡан. Байтаҡ ваҡыт үтһә лә әсә йөрәге һаман да һыҡтауҙан туҡтамай.
Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға арналған саралар бөгөн республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә ойошторолдо. Иглин районы ветерандары был көндө ҡыҙыу нөктәләрҙә башын һалған яугирҙарҙың һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланы. Шулай уҡ дүрт тиҫтәләп уҡыусы «Йәш армия» хәрәкәте сафына ҡабул ителде.
Афған һуғышы ветерандары өсөн был көн яуҙаш дуҫтарҙы, таныштарын күреп, хәл-әхүәлде белешеү, үткәндәрҙе иҫкә алыу мөмкинлеге лә. Өфөнөң Ленин райондарында йәшәүсе яугирҙар иһә йәшлек йылдарына әйләнеп ҡайтып, тигеҙ сафтарҙа атлап үтте.





