Ырыуың кем? “Ашҡаҙар” радиоһы башҡорт ырыуҙарына арналған яҙмалар шәлкеме әҙерләне. Тарихсылар әйтеүенсә, башҡорт халҡы генофонды 49 ырыу вәкилдәренән тора. “Ашҡаҙар” радиоһы баш мөхәррире Гәүһәр Батталова белдереүенсә, ҡыҫҡа ғына роликтарҙа бик күп мәғлүмәт бирелә.
Ырыуҙарға арналған яҙмаларҙы әҙерләүҙә “Юлдаш»” радиоһы журналистары ла ҡатнашҡан. “Тарихи шәлкемде биҙәү айырыуса яуаплылыҡ талап итә. Яҙмаларҙы һәр кем ғорурланып тыңларлыҡ итеп биҙәргә тырыштым”, ти тауыш режиссеры Гөлйемеш Баязитова.
“Ырыуың кем?” яҙмаларын көн һайын “Ашкадар” радиоһында эфирға сыға.







