Әрме сафына эләгеү өсөн операция яһатҡан

Хеҙмәткә саҡырылыусы күҙҙәрен лазер ярҙамында төҙәтеп, көҙгө саҡырылыштың тәүге партияһында хәрби хеҙмәткә оҙатылды. Хәрби комиссариаттан БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Ватан һағына баҫыусылар сафы тулылана. Республиканың йыйылыу пунктында буласаҡ ил һаҡсыларын әрме сафына тантаналы оҙатыу сараһы үтте. Егеттәр Рәсәйҙең төрлө өлкәләренә юллана. Кисәге уҡыусы һәм студенттар командалар үтәлешен хәтерҙә ҡалдыра. Алда уларҙы оҙайлы хеҙмәт көтә.

Хәрби хеҙмәткә алыныусылар ентекле әҙерләнгән. Әлшәй районынан 22 йәшлек Булат Шәйәхмәтов операция ярҙамында күреү һәләтен яҡшыртҡан. Барыһы ла бала саҡ хыялы өсөн. Егет ғәскәри хеҙмәттән бушатылғас та, был тармаҡта ҡалырға һәм эске эштәр органдарында эшләргә ниәтләй.

Күҙҙәрем насар күрә ине, хеҙмәт итеү еңелерәк булһын өсөн лазер ярҙамында коррекция эшләттерҙем. Рәсәй Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итәсәкмен. Атайым полиция подполковнигы, минең дә, династияны дауам итеп, уның кеүек эске эштәр органдарында эшләгем килә.

Булат Шәйәхмәтов, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы

Баймаҡ районынан Байрас Һамарбаев та әрменән һуң хәрби хеҙмәтен дауам итергә уйлай. 18 йәшлек егет Мәскәү өлкәһенә ебәрелә. Башҡалар кеүек уға ла  ғәскәр формаһы, юлға алынасаҡ аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары тупланмаһы бирелгән.

Ковид-19 сирен таратмау өсөн сикләү талаптары үтәлә. Дезинфекторҙар, контактһыҙ термометр, һауа елләтеүсе аппараттар, битлек һәм бирсәткәләр. Коронавирус шарттарында сыҡырылыш кампанияһы ошо рәүешле уҙғарыла. Медицина комиссияһын үтеү тәртибе лә үҙгәрештәр кисерә.

Күп кенә йәштәр үҙ тормошона етди ҡарай һәм тиҙерәк хәрби бурысын үтәргә тырыша. Мәҫәлән, быйыл вузды тамалаусылар военкоматҡа килеп көҙгө саҡырылышты көтмәйенсә, яҙғыһын китергә теләк белдергәйне.

Сергей Нетунаев, Башҡортостан хәрби комиссариатының бүлек мөдире

Әрме сафтарына саҡырылыусылар ике тапҡыр, комиссариатҡа килеп еткәс һәм хеҙмәт итеү урынына юлланыр алдынан ПЦР тест тапшыра. Һөҙөмтә 15 минут эсендә билдәле була, уны егеттәр айырым бүленгән урында көтә. Башҡортостан көҙгө саҡырылыш кампанияһында 4 мең һалдатты хәрби хеҙмәткә оҙата.

Фото №1 - Әрме сафына эләгеү өсөн операция яһатҡан
Выборы 2026

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ