Хеҙмәттәш тураһында һуңғы һүҙ...

20 октябрҙә Башҡортостан телевидениеһы ветераны, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының Яңылыҡтар хеҙмәте режиссеры Рәфис Борханетдинов вафат булды. Рәфис Рухулла улы 1978 йылда Башҡортостан телевидениеһына режиссер ярҙамсыһы булып эшкә килә. 1996 йылдан телевидение студияһы режиссеры.

Төрлө йылдарҙа ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар, яңылыҡтар редакцияһы, «Тамыр» балалар студияһында эшләй. Һуңғы йылдарҙа хеҙмәттәшебеҙ Яңылыҡтар хеҙмәте архивын тулыландырыу менән шөғөлләнде. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы мәрхүмдең яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлаша. 

Фото №1 - Хеҙмәттәш тураһында һуңғы һүҙ...

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ