Баш ҡаланың барлыҡ күп фатирлы йорттары ла йылылыҡ менән тәьмин ителгән

 Өфө ҡала хакимиәте әлеге ваҡытта миҙгелгә әҙерлек эшенең тамамланыу алдында булыуын хәбәр итә. Шуға ҡарамаҫтан йылылыҡҡа бәйле һорауҙар колл-үҙәктә бөгөн дә тынмай. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Һуңғы ике аҙнанан айырмалы, бөгөн мөрәжәғәттәр һанының кәмеүе күҙәтелә. Быға тиклем йылылыҡ бирелмәүгә зарланыусыларҙан тәүлегенә мең ярымғаса шылтыратыу ҡабул ителһә, әле йөҙҙән дә ашмай. Колл-үҙәк операторҙары уларҙың береһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырыша.

Инженерҙарға бар мөрәжәғәтте лә 24 сәғәт эсендә хәл итеү бурысы ҡуйылған. Шуға ла шылтыратыу ҡабул ителгәс тә улар тәғәйен адресҡа юллана. Бөгөн белгестәр баш ҡаланың Октябрь проспектындағы 30-сы йортта эшләне.

Белгестәр техник регламентҡа һылтанып, был күп ҡатлы йорттағы йылылыҡтың нормаға тап килеүен билдәләй. Бөгөн көндөҙгө сәғәттәрҙә урамдағы термометр бағаналары 3 градус йылы күрһәткәндә, фатир эсендә 18-20 градус йылы булған. Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, Өфөнөң барлыҡ күп фатирлы йорттары ла йылылыҡ менән тәьмин ителгән.

Колл-үҙәккә килгән шылтыратыуҙарҙың береһе лә иғтибарһыҙ ҡалмай, ти белгестәр. Эштең үтәлешенә фатир хужалары үҙҙәре баһа бирә ала. Бары тик колл-үҙәктән ҡабат шылтыратыуҙы ҡабул итеү ҙә етә.

Фото №1 - Баш ҡаланың барлыҡ күп фатирлы йорттары ла йылылыҡ менән тәьмин ителгән

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ