Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Ләйсән Рәхмәтуллина Хошиминда үткән «Көҙ-2021» халыҡ-ара акварель күргәҙмәһендә уңыш ҡаҙанды.
Виртуаль күргәҙмәлә яҡташыбыҙҙың «Көнбағыш шатлығы» картинаһы конкурсҡа тәҡдим ителгән иң яҡшы 100 әҫәр исемлегенә индерелгән. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Ләйсән Рәхмәтуллина мәртәбәле еңеүҙе иҫбатлаусы сертификат һәм күргәҙмәнең электрон каталогына эйә булған.
Тиҙҙән конкурсанттарға каталогтың ташҡа баҫылған варианты ла тапшырыла. Ләйсән Рәхмәтуллина – халыҡ-ара кимәлдә танылыу яулаған ижадсы. Билдәле акварель оҫтаһының төрлө йылдарҙа һәм тарафтарҙа 20-гә яҡын шәхси күргәҙмәһе ойошторолған.
«Көнбағыштар» шәлкеме рәссам ижадының сағыу биттәренең береһе. Тап ошо һүрәттәрендә рәссам үҙе яратҡан алтын-һары, күк һәм йәшел төҫтәрҙе оҫта файҙалана.
Гөлдәриә Йосопова




