Автомобиль тәгәрмәстәрен ҡышҡыһына алыштырырға ваҡыт

Һауа шарттары боҙолоуға бәйле, Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алыштырырға кәрәклеген иҫкәртә. Бөгөндән республикала урыны менән ҡарлы ямғыр яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә.

Һуңғы көндәрҙә Учалы һәм Белорет райондарында ҡар яуҙы. Юлдарҙа бындай мәлдә  авария осраҡтары йыш теркәлеүсән, шуға хәүефһеҙлек тураһында алдан ҡайғыртыу кәңәш ителә.

Фото №1 - Автомобиль тәгәрмәстәрен ҡышҡыһына алыштырырға ваҡыт

Рәмилә Исмәғилева

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ