Коронавирус йоҡтороусыларҙың көндәлек күрһәткесе 700-гә яҡынлай

 Пандемия башланған көндән барлығы 79 мең ярым самаһы кеше ауырыған. Стационарҙарҙа коронавирустан әле меңгә яҡын пациент дауалана. Уларҙың 58-е ауыр хәлдә. Тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында 14 кеше. Һуңғы тәүлектә коронавирустан йәнә 36 үлем осрағы теркәлгән. Вафат булыусыларҙың дөйөм һаны 2 мең 300-гә яҡынлай.

Коллектив иммунитет булдырыу маҡсатында вакциналау ҙа дауам итә. Һуңғы тәүлектә коронавирусҡа ҡаршы прививканы 32 меңгә яҡын кеше эшләткән. Башҡортостанда вакциналауҙы тулыһынса миллион 282 мең самаһы замандашыбыҙ тамамлаған. Был прививка эшләтергә тейешле халыҡтың яҡынса 51 проценты. Республикаға миллион 900 мең дозанан ашыу вакцина килтерелгән.

Фото №1 - Коронавирус йоҡтороусыларҙың көндәлек күрһәткесе 700-гә яҡынлай

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ