Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов әйтеүенсә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙарға грант бирелә. Бының өсөн бюджеттан 27 миллиард һум бүленә. Дәүләт ярҙамы өсөн заявкалар Федераль һалым хеҙмәте аша ҡабул ителә.
Рәсәйҙә коронавирус таралыуын сикләү өсөн 30 октябрҙән 7 ноябргәсә ял иғлан ителде.







