Өфөлә йоғошло сирҙәр проблемаһын тикшереү буйынса Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли кәңәшмә асылды

Фекер алышыуға Үзбәкстан, Мәскәү һәм Рәсәй төбәктәрерән ғалимдар, табиптар саҡырылған. Форумда ҡатнашыусыларҙың  иғтибар үҙәгендә ковид-19 сире. Уны дауалауҙа яңы алымдар өйрәнелә.

Шулай уҡ Вич, геаптит кеүек йоғошло ауырыуҙар буйынса сығыштар ҡаралған. Кәңәшмәгә килгән бөтә медицина хеҙмәткәрҙәре коронавирустан прививка яһатҡан. Ҡаҙағстан, Германия, Бөйөк Британия, Ҡытай ғалимдары менән иһә  конференция ваҡытында онлайн бәйләнеш булдырыла.

Башҡорт дәүләт медицина университеты ғалимдары сит ил ғалимдары менән берлектә коронавирустың таралыу, үҫеү механизмдарын тикшерҙе. Вирус мутацияға бирелә, шуға уны өйрәнеү дауам итә. Алып абрылған эш  буйынса фәнни материалдар баҫыла башланы.

Валентин Павлов, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры

Сирҙең дә , вакцинаның да сәләмәтлеккә тәьҫире төрлө. Шуға дауалауҙа, диагностикала  яңы алымдар өйрәнелә. Клиник протоколдарға яңы өҫтәмәләр индерелеп тора.   

Севара Сәлихова, Ташкент ҡалаһы дауаханаһының йоғошло ауырыуҙар бүлеге мөдире 

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында ковид госпиталь эшләне, унда дауалауҙан тыш табиптарҙы, студенттарҙы уҡытыу ойошторолған. Комплекслы бригадалар  сит төбәктәргә сығарылды. Әле беҙҙең табиптар Тамбов өлкәһендә консультант булараҡ командировкала. 

Фото №1 - Өфөлә йоғошло сирҙәр проблемаһын тикшереү буйынса Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли кәңәшмә асылды

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ