Әбйәлил районының Дауыт ауылы халҡы быйылғы ҡышты йылы йорттарҙа ҡаршы ала. Бөгөн төбәккә зәңгәр яғыулыҡ килде. Район үҙәге эргәһендә генә урынлашҡан Дауытты газға тоташтырыу мәсьәләһе быйыл сентябрҙә Владимир Путиндың Башҡортостанға эш сәфәре барышында, Цемикс заводын асҡан мәлдә күтәрелгәйне.
Һөҙөмтәлә күләмле проектҡа нигеҙ һалынды. Рекордлы ҡыҫҡа ваҡытта газлы булған Дауыттарҙың тәьҫораттарын БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова уртаҡлашты.
Бөгөн тоҡандырылған газ факелы Дауыттар өсөн Олимпия уйындарының уты һымаҡ. Ҡәҙерле һәм оҙаҡ йылдар дауамында көтөп алынған. Ауыл оло юл сатында, район үҙәгенә терәлеп кенә урынлашыуға ҡарамаҫтан ошоға тиклем газға тоташтырылмай.
Зәңгәр яғыулыҡ рекордлы ҡыҫҡа срокта, ике айҙан ашыу ваҡыт эсендә һуҙыла.Эш тәүлек әйләнәһенә тиерлек бара, бөтәһе 15 километрҙан ашыу газ торбалары һуҙыла. Ауыл халҡы әйтеүенсә, утын әҙерләү михнәттәре тарихта ҡала, сығымдар ҙа кәмей.
Килмөхәмәтовтар ғаиләһе яҡты, иркен был йортта ун йылдан ашыу йәшәй. Ошо осор мейес яғып, утын әҙерләп үтә. Йәш ғаилә газ тураһында күптәнән хыяллана. Шуға улар ғаризаны иң тәүгеләрҙән булып бирә. Яңы программа буйынса йорт биләмәһенә тиклем торбалар бушлай һуҙыла. Ә ихата эсендәге эштәргә Килмөхәтовтар сертификат аҡсаһын файҙалана, был өс бала тәрбиәләгән ишле ғаиләгә дәүләт ярҙамы.
Газға тоташмай ҡалған ауылдарҙы зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу тәҡдимен Башҡортостан индерҙе. Был мәсьәлә Рәсәй Президенты Владимир Путин Әбйәлил районынюа Цемикс заводын асырға килгәндә күтәрелде. Һорау күләмле проектҡа нигеҙ һалды.
Башҡортостанда газ үткәрелмәгән ауылдар һаны ике меңдән күберәк, яҡынса 170 меңдән ашыу йорт. Әлегә алты мең ғариза ҡабул ителгән. Бынан тыш республикала тағы бер программа эшләй, граждандарҙын бер нисә категорияһына газ үткәреүгә сертификат бирелә.
Рәмзиә Кәримова




