Форумда республика делегацияһын Башҡортостан башлығы етәкләй. Ҡул ҡуйыласаҡ әһәмиәтле документтарҙың береһе - Владимир өлкәһе менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү. Уға ярашлы, төбәктәр сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм социаль-мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытасаҡ.
Евгений Гурьев, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары: «Форумдың йүнәлешен иҫәпкә алып, беҙ бында инвестиция килешеүҙәренә ҡул ҡуйырға ниәтләйбеҙ. Уларҙың береһе республикала тракторҙар заводы төҙөйәсәк ҡытай партнеры. Был хаҡта һөйләшеүҙәр йыл ярым- ике йыл тирәһе алып барылды. Бынан тыш, республикала социаль объекттар төҙөргә теләк белдергән Төркиә фирмаһы менән дә килешеүҙе лә ҡултамға менән нығытмаҡсыбыҙ».





