Уҙған тәүлектә яман сир йәнә 669 осраҡта раҫланды. Ауырыусыларҙың дөйөм һаны 80 меңде ашып китте. Стационарҙарҙа әле меңдән ашыу пациент дауалана. Уларҙың 59 ауыр хәлдә, тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһында 10 кеше.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса һуңғы тәүлектә йәнә 36 үлем осрағы теркәлгән. Пандемия башланған көндән коронавирус 2 меңдән ашыу кешенең ғүмерен ҡыйҙы.
Халыҡты вакциналау ҙа тиҙләтелә. Һуңғы тәүлектә 30 мең ярым самаһы кеше прививка эшләнгән. Вакциналауҙы тулыһынса тамамлаусылар иҫәбе 1 миллион 300 меңгә яҡынлай. Был прививкаланырға тейешле халыҡтың яҡынса 52 проценты. Башҡортостанға барлығы миллион 900 мең дозанан ашыу вакцина килтерелгән.




