Уның вәкәләттәрен мөҙҙәтенән алда туҡтатыу тураһында ҡарарҙы йәмәғәтселек вәкилдәре палатаның һуңғы ултырышында хупланы. Ростислав Мырҙағоловтың яңы эш урыны «Өфө» футбол клубы буласаҡ. Ул шулай уҡ Йәмәғәт палатаһының ағзаһы булып та ҡала.
Йәмәғәт палатаһы рәйесе итеп Ростислав Мырҙағолов былтыр декабрҙә һайланғайны. Июнь башында ул вазифаһынан бушатыуҙарын һорап ғариза яҙҙы.
Бала хоҡуҡтары вәкиле итеп тәғәйенләнеү сәбәпле Йәмәғәт палатаһы составынан шулай уҡ Ольга Панчихина сыҡты. Ирина Сухарева Өфө ҡала Советына депутат итеп һайланды. Шулай итеп Йәмәғәт палатаһында 28 кеше ҡалды.
Палатаның 2 яңы ағзаһын Башҡортостан башлығы тәғәйенләйәсәк. Шунан ғына палатаның яңы рәйесен билдәләргә мөмкинлек буласаҡ.
Рафиҡ Әхмәтшин







