Теманың дауамы Стәрлетамаҡта район-ара мәшғүллек үҙәгенән әҙерләнгән яҙмала.
Алина Мирхәшимова быйыл Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.Әммә эш тәжрибәһе булмағас, мөрәжәғәт иткән ойошмаларға урынлаша алмаған. Бер-нисә ай эш эҙләгәндән һуң юғары белемле юрист мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итә.
Алина Мирхәшимова «Транзит-Регион» ойошмаһында махсус килешеү буйынса юрист булып эшләй. Стажировка үткән өсөн минималь хеҙмәт хаҡы ла ала. Биш йыл эсендә был ойошма аша 50 кеше һөнәри тәжрибә туплап, эш урыны тапҡан.
Йыл башынан «Истра» белем биреү үҙәгендә 470 кеше яңы һөнәр үҙләштергән. Гөлүсә Ғарифуллина мәктәп йәшендәге ике бала әсәһе. Бухгалтер булып эш таба алмағас, мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә баҫып, яңы һөнәр үҙләштерергә ҡарар иткән.
Белем биреү үҙәгендә граждандар унлаған яңы һөнәр үҙләштерә һәм квалификацияһын күтәрә ала. Маникюр, тырнаҡ сервисы белгестәре, аппаратсы, тәрбиәсе һәм уның ярҙамсыһы, менеджмент, С һәм Д категориялары водителдәре.
Юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгестәр, эш эҙләүсе граждандар, каникул осоронда уҡыусы йәштәр ҙә мәшғүллек үҙәге аша күңеленә ятҡан шөғөл таба ала.
Гүзәл Борханова







