Бишбүләк районында «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы уҙғарылды

Сарала төбәктә йәшәүсе йөҙҙәрсә гүзәл зат вәкиле ҡатнашты.

Улар өсөн лекторийҙар, мастер-кластар һәм консультациялар ойошторолдо. Ҡатын-ҡыҙҙар алдында бизнес-тренерҙар, стилистар һәм ғаилә психологтары сығыш яһаны. Баш ҡала табиптары пациенттарға консультациялар уҙғарып, сәләмәтлеккә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе.

Матурлыҡ индустрияһы оҫталары үҙ-үҙеңде тәрбиәләү серҙәре менән уртаҡлашты. Шулай уҡ  тойғолар һәм кисерештәрҙе ижад аша сағылдырыу мөмкинлеге биргән арт-терапия ла уҙғарылды.  Академияла шулай уҡ ҡул эштәре оҫталары күргәҙмәләре эшләне.

 Улар үҙҙәре яһаған ҡурсаҡтар, кейеҙ әйберҙәр, баш кейемдәре, интерьер кәрәк-яратҡары, картиналар һәм биҙәүестәр тәҡдим итте. Бындай сараларҙы башҡа райондарҙа ла уҙғарыу ҡарала.

Фото №1 - Бишбүләк районында «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы уҙғарылды

Гөлдәриә Йосопова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ