Айыҡ атай – баларға өлгө. Шаран районы Йәрәмкә ауылында ошо темаға түңәрәк өҫтәл уҙғарылды.
Сарала ауыл аҡһаҡалдары һәм йәш ғаилә башлыҡтары, район һәм ауыл хакимиәттәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ғаилә мәнфәғәттәрен яҡлау өлкәһендә белгестәр ҡатнашты. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар лайыҡлы йәш быуын тәрбиәләүҙә үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашты, ауылдың хөрмәтле кешеләре бала тәрбиәләүҙә атайҙар роле мөһим булыуын билдәләне.
Йәрәмкәлә башҡаларға өлгө булырҙай сәләмәт тормош алып барыусылар ҙа күп. Ошоно иҫәпкә алып, ауыл халҡы быйыл «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашырға ҡарар иткән.
Гөлдәриә Йосопова







