Эшҡыуар Руслан Харрасов "Атайсал" проектында ҡатнаша. Ул оҙаҡ йылдар буш торған бинаны ремонтлауға тотонған. Реконструкция өсөн ете йөҙ мең һум аҡса бүлгән. “Тыуған яғыма ярҙам күрһәтә алыуыма шатмын”, - ти бизнесмен.
Әле урындағы халыҡ медицина ярҙамын күрше Отрадовка ауылында ала. Әммә был ҡыйынлыҡтар ваҡытлыса ғына, ти ауыл биләмәһе башлығы Хәниф Халиҡов. Ул белдереүенсә, фельдшер-акушер пунктына медицина ҡорамалдары кәрәк. Шулай уҡ йәш белгестәргә ихтыяж бар.
Эшҡыуар Руслан Харрасов Отрадовка ауылында Дан аллеяһы ла булдырған. Уны арт-объекттар менән биҙәү ниәте лә бар. Республикала "Атайсал" проекты Радий Хәбиров башланғысы менән мартта тормошҡа ашырыла башланы. Тыуған яғын төҙөкләндереүҙә һәр кем ҡатнаша ала.







