Башҡортостанда "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты буйынса эштәр аҙағына яҡынлаша

Быйыл 300 километрҙан ашыу юл ремонтлана. Был маҡсатта 6 миллиард һум тотонолдо, сумманың дүрттән бер өлөшө федераль ҡаҙнанан бүленгән. Был проект буйынса Башҡортостан юлдарында һуңғы ваҡыттағы иң күләмле эштәр башҡарыла, тип белдерҙе Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

Фото №1 - Башҡортостанда "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты буйынса эштәр аҙағына яҡынлаша
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ