Өфөлә йәшәүсе 75 йәшлек пенсионер таныш булмаған кешеләргә фатир алырға тәғәйенләнгән аҡсаны күсергән. Хәҙер ғаилә фатирһыҙ ҙа, аҡсаһыҙ ҙа ҡалған. Телефон аша гипонозмы, әллә ят кешеләргә үтә ныҡ ышанып барыусанлыҡмы? Мутлашыусылар ниндәй схемалар буйынса эшләгәнен БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова асыҡланы.
Телефон аша теүәл күрһәтмәләр. Банк адрестары, ҡала буйлап таксиҙа хәрәкәт итергә һәм башҡа бер кемгә лә, хатта ҡыҙыңа ла һөйләмәҫкә. Банк картаһына икенсе телефон номерын берктергә теләйҙәр, тигән һылтауы менән, банк хеҙмәткәре тип танышҡан ир ҡатындың аҡсаһын үҙенең иҫәбенә күсерткән. Һүҙ 6 миллион һумдан ашыу аҡса тураһында бара. Мутлашыусыларҙы тоторға ярҙам итәм тип Мария Владимировна үҙе алдаҡсыларҙың ҡулындағы ҡурсаҡҡа әүерелә.
Хәтһеҙ аҡсаны Мария һәм уның ҡыҙының ғаиләһе өй һатып алыу өсөн ҡулланырға тейеш була. Быға тиклем бер нисә көн элек улар үҙҙәре йәшәп ятҡан фатирҙы һата, документтар юллаған арала аҡсаны банк иҫәбенә һалып торалар. Хәҙер аҡса ла, фатир ҙа юҡ.
Был ваҡиғанан һуң Мария Владимировнаның аяҡтары бирешә. Ә бер туған апайы инсульт кисереп, дауаханаға эләккән. Зыян күреүсенең ҡыҙы полицияға ғариза яҙа. Тик әлегә алға китеш юҡ, ти ул.
Еңел аҡса табыу юлын эҙләүселәр бер урында тапанмай, алдашыуҙың яңы ысулдарын уйлап сығарып ҡына торалар. Заман бурҙарына кешенең банк картаһынан аҡса урлау бер ни тормай. Ә бына юғалған аҡсаларҙы кире ҡайтарыу – һынауға тиң.
Әле ҡатын ҡыҙының ғаиләһе менән ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәй һәм юғалтҡан аҡсаларҙы кире ҡайтара алырына ышана.
Әлфинә Килдейәрова




