Дыуан районы үҙәгендә әүҙем ял итеү өсөн Ғаилә паркы асылды

Ауыл ерендә – ҡала мөхите. Дыуан районы үҙәгендә әүҙем ял итеү өсөн Ғаилә паркы асылды. Заманса балалар һәм спорт майҙансыҡтарпы йыл ярым эсендә сафҡа инде. «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән парк менән БЮТ каналының ижади төркөмө танышты.

Парк рәсми рәүештә асыҡ тип иғлан ителеү менән Мәсәғүт ауылындағы биләмә кескәйҙәрҙең шат ауаздарына күмелде. Йәш быуын өсөн ҡоролған уйын комплекстары ҡала еренән бер ҙә генә ҡалышмай. Өлкәндәр әйтеүенсә, майҙансыҡтың төҙөлөүе әлеге технологиялар осоронда айырыуса әһәмиәтле. Сөнки заман балаһын телефон, планшет кеүек гаджеттарҙан айырыуы бик ҡыйын. Шуға ла әүҙем ял үҙәге уларҙың буш ваҡыттарын күберәк саф һауала үткәрегә мөмкинлек бирә. 

Ғаилә паркы федераль проект ярҙамында йыл ярым эсендә сафҡа ингән. Проектҡа ярашлы, биләмәлә өҫтәл уйындары өсөн махсус урындар, күптәргә ят булған скейт-парк та ҡаралған. Шулай уҡ йәрәхәттәрҙе иҫкәртеүгә ҙур иғтибар бүленгән. Бының өсөн майҙансыҡтарға йомшаҡ япма түшәлгән. 

Төбәктә ниндәй ҙә объекттың сафҡа инеүе уның өмөтлө киләсәге хаҡында һөйләй. Бөгөн Дыуан районы үҙәгенә генә мәктәп йәшендәге ике меңгә яҡын бала йәшәй. Шуға ла төбәк властары  яңы асылған парк бер ваҡытта ла буш тормаҫ тигән ышаныс белдерә.

«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проект ярҙамында Өлкөндө ауылында ла мәҙәниәт һәм ял паркы асылған. Балалар, спорт  майҙансыҡтарынан тыш, биләмәгә яңы эскәмйәләр, ут бағаналары урынлаштырылған, хатта видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйылған.

Билмәләләрҙе йәшелләндереү маҡсатында төбәктә йәшәүселәр артабан ағастар ултыртырға йыйына. Проектың халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыуын иҫәпкә алып бындай парктарҙы киләсәктә райондың башҡа ауылдарында ла төҙөү планлаштырыла.

Фото №1 - Дыуан районы үҙәгендә әүҙем ял итеү өсөн Ғаилә паркы асылды

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ