Төбәктә халыҡты теркәү менән 100-гә яҡын иҫәп алыусы шөғәлләнә, улар стационар участкаларҙа ла эшләй, йорттар буйлап та йөрөй. Әбйәлил районыныда иҫәп алыусыларҙың эш үҙенсәлектәре менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова танышты.
Ямғыр яуып торамы, ҡар күҙе төшәме, айырма юҡ. Һауа торошона ҡарамаҫтан иҫәп алыусылар көн һайын юлда. Сағыу кейемдәрҙәге хеҙмәткәрҙәре хәҙер даими осратырға мөмкин. Улар иртәнән ҡара кискә тиклем йорттар буйлап йөрөй.
Гөлдәр Әхмәтйәнова Асҡар үҙәк китапханаһында эшләй, ә иҫәп алыу компанияһы барышында ул һөнәрен алмаштырып торорға булған. Пандемия шарттарында хәүефһеҙлек талаптары мөһим, вакцина эшләттек, битлек режимын һаҡлайбыҙ. Алдан курстар ҙа ойошторолдо, ти Гөлдәр Әхмәтйәнова.
Әбйәлил районында әле10 меңгә яҡын кеше иҫәп алыу компанияһында ҡатнашҡан. Бер көндә генә 200-гә яҡын кешене теркәгән хеҙмәткәрҙәр бар. Иҫәп алыусылар йорттар буйлап та йөрөй, шулай уҡ стационар пункттар ҙа асылған. Шуларҙың береһе күп функциялы үҙәктә. Әбйәлилдәр әйтеүенсә, төбәктең үҙенә генә хас үҙенсәлектәре бар. Район Силәбе өлкәһе менән сиктәш, йөрөп эшләүселәр байтаҡ. Шуға күрә уларҙы ла урында теркәү мөһим. Сөнки иҫәп алыу һөҙөмтәләренә киләсәк финанслау һәм үҫеш стратегияһына бәйле.
Иҫәп алыу тотош илдә халыҡтың һанын, социаль-иҡтисади хәлде баһалау мөмкинлеге бирә. Мәҫәлән, шул уҡ Әсәлек капиталы ла уҙған компаниянан һуң индерелә. Милли проекттарҙы финансау күләме лә иҫәп алыу һөҙөмтәләре буйынса билдәләнә.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу бер ай дауамында бара, тарихи йылъяҙмаға үҙеңде дәүләт хеҙмәте порталы аша ла, иҫәп алыусылар аша яҙырға ла мөмкин.
Рәмзиә Кәримова







